Осоусы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Осоусы



Үҫкәсосоусы булам тип
Хыяллана Азамат.
Самолеты – саң һурҙырғыс,
Ҡатырғанан – пар ҡанат.
Рейсы һуңлап киткән, буғай,
Ашыҡтыра бигерәк:
- Иғлан итәм, самолетҡа
Ултырығыҙ тиҙерәк.
Осоусылыҡ еңел түгел,
Үҙе өлгөр шулай ҙа.
Билеттарҙы ҡарап сыға
Осоп барған ыңғайҙан.
- Ниндәй оят, - ти Азамат,
Бер аҙҙарын тикшергәс, -
“Ҡуян” иптәш, тура килер
Самолеттан төшөргә.
Билетһыҙ малай ашыҡмай,
Үҙе мут та, үҙе шуҡ.
- Төшөрмөн, - тиеп яуаплай,-
Тик бир миңә … парашют.


2012